ГлавнаяИсполнителиНажия АллаяроваӘсәйемдең тыуған көнө
название:

Әсәйемдең тыуған көнө


автор:

Нажия Аллаярова


рейтинг: ★★★★★ / 5 / 1003 просмотра
Абрар Ғабдрахманов көйө һәм һүҙҙәре

Ниндәй матур, ниндәй күркәм,
 Был ниндәй көн икән?
 Аяҙ көндә, сыуаҡ көндә
 Әсәйем тыуған икән.

Ҡотлайым һине,
Ҡотлайым һине, әсәй.
Тыуған көнөң менән
Ҡотлайым һине, әсәй.

Баҡсалағы һандуғастар
 Кемде маҡтай икән?
 Һандуғастар, сәскәләр ҙә
 Әсәйҙе ҡотлай икән.

Ҡотлайым һине,
Ҡотлайым һине, әсәй.
Тыуған көнөң менән
Ҡотлайым һине, әсәй.

Ҡояш көлә, ләйсән һибә (балҡып көлә) —
 Был ниндәй көн икән?
 Аяҙ көндә ләйсән (ҡояш ) булып
 Әсәйем тыуған икән.

Ҡотлайым һине,
Ҡотлайым һине, әсәй.
Тыуған көнөң менән
Ҡотлайым һине, әсәй.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Әсәйемдең тыуған көнө" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен