название:
автор:
Яңғыҙ итмә
автор:
Мират Хәкиев
рейтинг: ★★★★★ / 5.6 / 1554 просмотра
- Текст
- Открытка с текстом
Рәмил Ғимрани Асия Басырова шиғыры Сорнап ҡына алды һары һағыш, Яҙа баҫтым юлдарымдан яңылыш, Әйтерһең, мин хәҙер яңғыҙ аҡҡош, Ситкә илтмә әле һин дә, яҙмыш. Һағыш даръяларын яра-яра, Ғүмер үтә һиңә бара-бара, Йырағая ғына бара ара, Ниңә ҡалдыҡ икәү ике ярҙа? Килде ергә шаулап көткән яҙым, Күңелемә бөркөп йылы наҙын. Яңғыҙ ғына үтте һалҡын ҡышым, Ҡайтырһың бит яҙын, бәхет ҡошом? Һағыш даръяларын яра-яра, Ғүмер үтә һиңә бара-бара, Йырағая ғына бара ара, Ниңә ҡалдыҡ икәү ике ярҙа? Хыял ҡошом, күңел йыуанысым, Тик һин генә мине ташлап китмә, Даръялағы яңғыҙ елкән кеүек, Яңғыҙ итмә мине, яңғыҙ итмә. Һағыш даръяларын яра-яра, Ғүмер үтә һиңә бара-бара, Йырағая ғына бара ара, Ниңә ҡалдыҡ икәү ике ярҙа?
А как ты думаешь, о чем песня "Яңғыҙ итмә" ?