ГлавнаяИсполнителиВәкил ЙәләлетдиновӨршәгем
название:

Өршәгем


автор:

Вәкил Йәләлетдинов


рейтинг: ★★★★★ / 5.6 / 1626 просмотров
ӨРШӘГЕМ

Әмир Әбелханов көйө
Рәшит Шәкүр шиғыры

Ялан ерҙе ярып ҡап уртаға,
Төньяғына уҡтай тартылып,
Өршәк йылға талғын ғына,
Бөгөлөргә хатта тартынып. 

Әй Өршәгем минең, татыр һыуың 
Татлы күрәм йүкә балданда;
Ҡан тамыры итеп, һинеме әллә 
Йөрәгемә уйып һалғандар.

Толомдары һымаҡ һылыу ҡыҙҙың,
Талдар, туғайлыҡтар һуҙылған;
Ян-яғына, көмөш тәңкә булып,
Йомро-йомро күлдәр уйылған.

Әй Өршәгем минең, татыр һыуың 
Татлы күрәм йүкә балданда;
Ҡан тамыры итеп, һинеме әллә 
Йөрәгемә уйып һалғандар.

Йәйреп ята йәшел диңгеҙ бында - 
Икһеҙ – сиҡһеҙ ҡырҙар, баҫыуҙар,
Байкал күлгә тиңдәр тәрәнлектә
Күкте түшәк иткән ятыуҙар.

Әй Өршәгем минең, татыр һыуың 
Татлы күрәм йүкә балданда;
Ҡан тамыры итеп, һинеме әллә 
Йөрәгемә уйып һалғандар.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Өршәгем" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен