ГлавнаяИсполнителиАйгөл ЙәмилӨмөтөмә(шиғыр)
название:

Өмөтөмә(шиғыр)


автор:

Айгөл Йәмил


рейтинг: ★★★★★ / 5.1 / 1098 просмотров
ӨМӨТӨМӘ

Күҙҙәр ҡорос сәсә. 
Туҡта, китмә!
Өмөтөм, мин һиңә өндәшәм.
Юҡ-бар ышандырыусан ымдарың менән
Күңелемдә гел шулай йәшә. . .

Йылмайҙыр һин мине УЛ яҙғанда,
Күккә ашыр, шылтыратҡанынан.
Илке-һалҡы аралашыуҙан һуң
Төшкә индер, йоҡо алдынан. . .

Шыбырла һин иҫкән елдәр булып
"Ә бәлки барыһы үҙгәрер. . . "
Ышандыр һин мине юҡ барға!
Ялған булһа ла һүҙҙәрең!

Бит Унһыҙ миңә ауыр булыр
Тормош һынауҙарын үтеүе.
Ҡышта ҡалды был дыуамаллыҡ тип
Юл сатында ташлап китеүе . . .

Төрлө төҫһөҙ мин бит шиңермен
Күҙҙәремдән нурҙар юғалыр.
Юҡ, ҡалдырма өмөтөм мине.
Ҡара һағыш ҡара йылан булып 
Йөрәгемә йәнә уралыр. . .

Һеҙ әле лә яҡын-яҡын дуҫтар. . .
Шулай тиеп йыуат йәнемде. . .
Китмә. Миңә Ул кәрәк.
тултырырға бушаған күңелде.

Юҡ та. . .
Былай ғына кәрәк.
Һулар һауа, күрер яҡтылай.
Минеке булмаһа ла янымда булһын.
Миңә Унһыҙ ҡояш яҡтырмай. . .

Былай ғына, былай ғына булһын. . .

Әллә ҡараңғы төштөмө? Әллә өмөт 
Барыбер ташлап осто йыһанға.
Ә миңә бары ҡалды иртә һайын
Табынырға һоро-һарыға. . .

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Өмөтөмә(шиғыр)" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен