ГлавнаяИсполнителиНеизвестенЙылы ҡояш нурҙарында
название:

Йылы ҡояш нурҙарында


автор:

Неизвестен


рейтинг: ★★★★★ / 4.6 / 592 просмотра
Йылы ҡояш нурҙарында
Бер сәскәләй ҡойонам,
Был донъяла һин булғанға 
Һөйгән йәрем ҡыуанам.
Ерҙең сағыу төҫкәйҙәрен
Бүләк итәм йөрәгем
Ел-дауылдан ҡурсалаусы
Әлдә һин бар терәгем!

Йөрәгем оса һинең яндарыңа,
Йөрәгем яна һинең ҡосағыңда.
Бәхетлемен мин тик һин уйҙарымда,
Бәхетлемен мин тик һин йырҙарымда!

Наҙлы елдәр шаярғылап
Иркәләй сәстәремде,
Һинең менән һәр минутым
Матурлай көндәремде.
Рәхмәт,  һинә һөйгән йәрем,
Юлыма гәуһәр һиптең.
Көндөҙ ҡояштың, төндэ айзың
Нурҙарын бүләк иттең.

Йөрәгем оса һинең яндарыңа,
Йөрәгем яна һинең ҡосағыңда.
Бәхетлемен мин тик һин уйҙарымда,
Бәхетлемен мин тик һин йырҙарымда!

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Йылы ҡояш нурҙарында" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен