ГлавнаяИсполнителиИрәндек һәм Иҙел ИшбаевтарМаһисәрүәр
название:

Маһисәрүәр


автор:

Ирәндек һәм Иҙел Ишбаевтар


рейтинг: ★★★★★ / 5.2 / 1154 просмотра
Селтәрле лә батмуста сын-сынаяҡ, Әсмәбикәй,
Тотма ситтәренән дә, Маһисәрүәр, әй, ыуалыр,
Тотма ситтәренән, Маһисәрүәр, әй, ыуалыр.
 
Бәхетһеҙ ҙә булғанда ир-егеткәй, Әсмәбикәй,
Сит илдәргә китептәй, Маһисәрүәр, әй, юғалыр,
Сит илдәргә китептәй, Маһисәрүәр, әй, юғалыр.

 
Туп-туп ҡына баҫҡандай туратымдың, Әсмәбикә,
Туҡ буйҡайҙарында, Маһисәрүәр, әй, төйәге;
Туҡ буйҡайҙарында, Маһисәрүәр, әй, төйәге.

 
Уттарҙа ла янмаҫтай, һыуҙа батмаҫ, Әсмәбикә,
Батыр егеткәйҙең дә, Маһисәрүәр, әй, һөйәге;
Батыр егеткәйҙең дә, Маһисәрүәр, әй, һөйәге.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Маһисәрүәр" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен