ГлавнаяИсполнителиҒәли Хәмзин.Бәхет һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ.
название:

Бәхет һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ.


автор:

Ғәли Хәмзин.


рейтинг: ★★★★★ / 5.3 / 1334 просмотра
Бәхет - һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,
Килеп инә табын таралғас!..
Тик көтәһең, көтөп арығас та,
Бәхет өсөн генә яралғас.

"Көтә белгәндәргә һуң түгел" дә,
Йәшлек кенә көтөп тормай шул.
Юк шул уның туҡтар туҡталҡаһы
Йә үткәнгә юлын бормай шул.

Ҡала миңә бары йылдар буйы
Йырҙар менән күңел йыуатыу.
Бар ғүмерем минең - һине эҙләү,
Бар ғүмерем һине юғалтыу...

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Бәхет һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ." ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен