ГлавнаяИсполнителиА.Туктаев,Ю.Сагинбаев & Р.ТуйсинКилен тоша беззен ауылга
название:

Килен тоша беззен ауылга


автор:

А.Туктаев,Ю.Сагинбаев & Р.Туйсин


рейтинг: ★★★★★ / 4.8 / 804 просмотра
Аҡ күбеккә батҡан юрғалар
Ҡышҡы юлдан ярһып сабалар
Аҡ күбеккә батҡан юрғалар
Ҡышҡы юлдан ярһып сабалар
Саҡ-саҡ  ҡына аумай ҡалалар
Һалыуланған саҡта саналар
Арттан саба бала-сағалар

Мамыҡ юрғандарға төрөнөп 
Төшә икән килен ауылға
Мамыҡ юрғандарға төрөнөп 
Төшә икән килен ауылға
Боронғонан ҡалған ғәҙәт ул
Ауыл сыҡҡан ҡаршы алырға
Йәш кәләште күреп ҡалырға

Елкендере йәп-йәш ҡыҙҙарҙы
Килен төшә бөгөн бер өйгә
Елкендере йәп-йәш ҡыҙҙарҙы
Килен төшә бөгөн бер өйгә
Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип 
Ауыр һулап ҡуя әсәйҙәр
Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип 
Ауыр һулап ҡуя әбейҙәр

Күптән инде асып ҡуйғандар
Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын
Күптән инде асып ҡуйғандар
Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын
Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын
Китергә тип кире япмаһын
Ҡайғы еле килеп ҡаҡмаһын
Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын
Китергә тип кире япмаһын
Ҡайғы еле килеп ҡаҡмаһын
Ҡайғы еле килеп ҡаҡмаһын

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Килен тоша беззен ауылга" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен