ГлавнаяИсполнителиХакимова СветланаӘсәй
название:

Әсәй


автор:

Хакимова Светлана


рейтинг: ★★★★★ / 4.9 / 909 просмотров
Әсәйем һин мине көттөңме
Ҡайтмай тиеп илап бөттөңме
Ҡайтам инде әсәйем яныңа
Күңелкәйем бигерәк һағына

Аҡ сәстәрең күбәйгәндер күбәйгәндер
Тапһам ине шуның сараһын
Әйтеп ҡарайым әле кәкүк дуҫҡа
Йәй етеүгә кире һанаһын

Күрҙем һине кисә төшөмдә
Йыйырсыҡтар маңлай битеңдә
Һин киләһең миңә йылмайып
Уяндым мин никтер һағайып

Аҡ сәстәрең күбәйгәндер күбәйгәндер
Тапһам ине шуның сараһын
Әйтеп ҡарайым әле кәкүк дуҫҡа
Йәй етеүгә кире һанаһын

Ҡайтам инде әсәйем яныңа
Көтә бит ул мине һағына
Ҡайтып сәстәреңдән үбәйем
Серҙәремде һиңә һөйләйем

Аҡ сәстәрең күбәйгәндер күбәйгәндер
Тапһам ине шуның сараһын
Әйтеп ҡарайым әле кәкүк дуҫҡа
Йәй етеүгә кире һанаһын

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Әсәй" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен