название:
автор:
Әсәй
автор:
Хакимова Светлана
рейтинг: ★★★★★ / 5.5 / 1530 просмотров
- Текст
- Открытка с текстом
Әсәйем һин мине көттөңме Ҡайтмай тиеп илап бөттөңме Ҡайтам инде әсәйем яныңа Күңелкәйем бигерәк һағына Аҡ сәстәрең күбәйгәндер күбәйгәндер Тапһам ине шуның сараһын Әйтеп ҡарайым әле кәкүк дуҫҡа Йәй етеүгә кире һанаһын Күрҙем һине кисә төшөмдә Йыйырсыҡтар маңлай битеңдә Һин киләһең миңә йылмайып Уяндым мин никтер һағайып Аҡ сәстәрең күбәйгәндер күбәйгәндер Тапһам ине шуның сараһын Әйтеп ҡарайым әле кәкүк дуҫҡа Йәй етеүгә кире һанаһын Ҡайтам инде әсәйем яныңа Көтә бит ул мине һағына Ҡайтып сәстәреңдән үбәйем Серҙәремде һиңә һөйләйем Аҡ сәстәрең күбәйгәндер күбәйгәндер Тапһам ине шуның сараһын Әйтеп ҡарайым әле кәкүк дуҫҡа Йәй етеүгә кире һанаһын
А как ты думаешь, о чем песня "Әсәй" ?