ГлавнаяИсполнителиЛәйсән һәм Миләүшә Шәриповалар"Яҙмышыма рәхмәт әйтәм!"
название:

"Яҙмышыма рәхмәт әйтәм!"


автор:

Ләйсән һәм Миләүшә Шәриповалар


рейтинг: ★★★★★ / 4.7 / 679 просмотров
Яҙмышыма рәхмәт әйтәм,
Һине миңә апайым иткән.
Бала саҡтан бергә үҫкәс,
Яҡындан һин яҡын икән.

Бер туғандар булһаҡ та беҙ,
Икебеҙгә ике яҙмыш.
Тормош еле арабыҙҙы
Һыуытмаһын, кереп яңлыш.
Минең өсөн һин Ҡояшым, 
Шатлығым һәм ҡыуанысым.
Борсоуҙарым була ҡалһа
Ауыр саҡта таянысым.

Йөрәгемдең борсоуҙарын,
Аңлағанға һылыуҡайым.
Һинең өсөн доға ҡылып,
Рәхмәт әйтә күңелкәйем.

Онотмайыҡ әсәй һүҙен,
Һәм атайҙың аманатын.
Тормошта гел терәк кәрәк
Бергә йәшәү еңелерәк.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня ""Яҙмышыма рәхмәт әйтәм!"" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен