ГлавнаяИсполнителиМС ИнсанТормош Китабы
название:

Тормош Китабы


автор:

МС Инсан


рейтинг: ★★★★★ / 5.5 / 1513 просмотров
1  Урал тау ике өй араһында үҫкәнем Уау
Унбер йыл буйы интернат иҙән тапау
Аҙак Белареттан баш ҡалаға беҙ Өфөгә килеп
   тау стундент менән уйнау
Товарищ журналист һин минем турала нәмә һөйләйһен
Һин минем менән нимә булғанын да белмәйһен.
Нисек минә бармаҡ күрһәтеп көлдөләр,
Репер, йоу ыштандарынды күтәр.
Булды етәр! Ул көлөүҙәргә төкөрҙем,
Ыштанды күтәрҙем мин бит түгел бер үҙем.
Тыуа һүҙем көйөм нисек беләм шулай йырҙар яҙам
Яҙам да ул тик үҙемдең уйҙарға батам
Йырҙарым, уйҙарым, һаҡүғышлы көйҙәрем
Йөрәгем түренән сыҡҡан төрлө һүҙҙәрем.
Әгәр китеп барһам улар ҡайһы яҡҡа осорҙар
Нисә генә көндән йырҙарымды оноторҙар? 

Ҡуш:  Көндәрем ҡөҙге япраҡтар кеүек ҡойола,
 Бында елдәр иҫә һәм ямғырҙар яуа.
 Ләкин йөрәгемде минем Ҡояшҡайым йылыта,
 Тимәк – алға, атларға тик алға.

2  Әллә репер тигәс тә ижади эштәр бармай
Радио Юлдаш минем йырҙарҙы йырлатмай
Йәшлек шоу минә номинация бирмәй,
Мин йондоҙ түгел, улар минә кәрәкмәй.
Минә бөтә кәрәклегән Алла тәғәллеһе биргән
Ҡустым йырҙарымды маҡтаһа шуныһы еткән
Башҡортостан шоу-бизнес йырҙарын яратып тынлайым
Крутой репер Ильмир Муратов янымда ла тормайым.
Уйлайым үткән көндәр йылдарымды иҫләйем,
Берәуһе тураһында ла йәлләмәйем.
Сөнки һәр ваҡиға үҙенең ролен уйнаны,
Төрлө хуп булды күп нәмәне анланым.
Минем артта ҡалды күп тартылған тәмәкеләр
Усаҡ янында кисәләр эсеп бөтөлгән шешәләр
Бөтмәҫ байрамдар – улар артта ҡалды
Сөнки Иман килде, ул мине ҡотҡарҙы.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Тормош Китабы" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен