ГлавнаяИсполнителиРинат РысьмятовКайту (Instrumental-Rock-Version)
название:

Кайту (Instrumental-Rock-Version)


автор:

Ринат Рысьмятов


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1407 просмотров
Оло юлдан яуға киткән саҡта
Таң еленән томан таралды. 
Ауыл башындағы ҡуш наратҡа 
Аттар ҙа бит боролоп ҡараны. 

Һауаларҙа торна тауыштары, 
Ишетелә ҡанат ҡағыштары. 
Ҡоштарҙа ла кеше яҙмыштары, 
Сит ерҙәргә китеп барыштары. 

Туған яҡтың хәбәрҙәрен белдек 
Ыҙандарҙан иҫкән елдәрҙән. 
Күптәребеҙ оло юлдан кире 
Ҡайталманы йыраҡ илдәрҙән.

Һауаларҙа торна тауыштары, 
Ишетелә ҡанат ҡағыштары. 
Ҡоштарҙа ла кеше яҙмыштары, 
Сит ерҙәрҙән ҡайтып барыштары.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Кайту (Instrumental-Rock-Version)" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен