название:
автор:
Танып буйы минус
автор:
Хәниә Фәрхи
рейтинг: ★★★★★ / 4.6 / 624 просмотра
- Текст
- Открытка с текстом
Илгиз Зәкиров көйө Әнғәм Атнабаев шиғыры Танып буйы ҡарағат, Өҙмәм — һиңә ҡалдырам, Килгәнеңде көтә-көтә, Күҙҙәремде талдырам. Танып буйы әрәмә, Керһәм — башым әйләнә, Абау, бәғрем, сәскәйҙәрем Сәстәреңә бәйләнә. Танып буйы ҡамышлы, Ҡамыштары һағышлы, Ишеттеңме «яратам» тип Бышылдаған тауышты?! Танып буйы болонло, Болононда булдыңмы? Болондарҙа аҙашырбыҙ, — Бир, ҡәҙерлем, ҡулыңды! Танып буйы бөрлөгән, Өҙөп һиңә бир тигән, Өҙөлөп һөйгән йәрең өсөн Утка-һыуға кер тигән. Танып буйы әрәмә, Керһәм — башым әйләнә, Абау, бәғрем, сәскәйҙәрем Сәстәреңә бәйләнә.
А как ты думаешь, о чем песня "Танып буйы минус" ?