ГлавнаяИсполнителиАртур ТуҡтағоловИҫеңдәме,иркәм,танышҡайныҡ икәү...
название:

Иҫеңдәме,иркәм,танышҡайныҡ икәү...


автор:

Артур Туҡтағолов


рейтинг: ★★★★★ / 4.7 / 669 просмотров
Иҫеңдәме, иркәм,
Танышҡайныҡ икәү,
Йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡанда.
Көндәр аяҙ ине,
Күңелдә яҙ ине,
Йәшлегебеҙ сәскә атҡанда.

Гөлдәр үҫкән Димдә,
Һинең менән бергә
Ҡаршыланыҡ күпме яҙҙарҙы.
Ҡоштар йырын тыңлап, 
Туғайҙарҙы буйлап,
Сәскәләрҙән йыйҙыҡ наҙҙарҙы.

Яҙҙар бик тиҙ үтә,
Көҙөн ҡоштар китә...
Минуттарҙы ҡыуып Дим аға.
Ҡоштар менән бергә
Йылдар осоп үтә,
Әллә күңел шуға моңлана?

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Иҫеңдәме,иркәм,танышҡайныҡ икәү..." ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен