название:
автор:
Хыял (М.Гайсин койо - Мостай Карим hуз.)
автор:
Искандер Газизов
рейтинг: ★★★★★ / 5.3 / 1342 просмотра
- Текст
- Открытка с текстом
Күтәрелдем бейек түбәләргә, Сәләм бирҙе миңә шаңдауҙар. Тауға ҡарап, тау булаһым килде. Ах, хыялым минең — шул тауҙар. Диңгеҙ кистем. Тулҡындар, һеҙ ниңә Йөрәгемә бәреп индегеҙ? Индегеҙ ҙә ҡабат тынманығыҙ. Ах, хыялым хәҙер — шул диңгеҙ. Ғүмерлеккә ғашиҡ булдым һиңә, Һәр бер һулышыңды тоямын. Һөйҙөң дә һин, һөйҙөрә лә белдең Тик һаман һин минең хыялым. 1969 йыл
А как ты думаешь, о чем песня "Хыял (М.Гайсин койо - Мостай Карим hуз.)" ?