ГлавнаяИсполнителиИлфак СмаковДуҫтарыңды онотма /минус/
название:

Дуҫтарыңды онотма /минус/


автор:

Илфак Смаков


рейтинг: ★★★★★ / 4.6 / 617 просмотров
Рим Хәсәнов көйө  Әнғәм Атнабаев һүҙҙәре

Ҡош балаһы ҡанат менән тыуа,
Һауаларға менеп юғала.
Кешеләр ҙә ҡош балаһы кеүек
Үҙ яҙмышын эҙләп юл ала.

Тормош юлдары ҡатлаулы —
Бер яңғыҙың юл үтмә,
Йөрәк ҡанаты булырҙай
Дуҫтарыңды онотма.

Орлыҡтарҙан гөлдәр тыуһын өсөн
Сәскәләргә сәскә өндәшә.
Кешеләр ҙә гөлсәскәләр кеүек,
Кешеләргә бәхет өлөшә.

Тормош юлдары ҡатлаулы —
Бер яңғыҙың юл үтмә,
Йөрәк ҡанаты булырҙай
Дуҫтарыңды онотма.

Төрлө яҡҡа китер юлдарыбыҙ,
Онотмайыҡ йәшлек юлдарын,
Йыраҡ йылдар аша хәтерләйек
Ошо һаубуллашыу йырҙарын,

Тормош юлдары ҡатлаулы —
Бер яңғыҙың юл үтмә,
Йөрәк ҡанаты булырҙай
Дуҫтарыңды онотма.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Дуҫтарыңды онотма /минус/" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен