ГлавнаяИсполнителиРоза Аҡкучукова (Салауат Фәтхетдинов)Уйна, гармун /минус/
название:

Уйна, гармун /минус/


автор:

Роза Аҡкучукова (Салауат Фәтхетдинов)


рейтинг: ★★★★★ / 5.3 / 1338 просмотров
Роберт Тимербаев көйө  
Рәмзинә Тимерова һүҙҙәре

Уйна, гармун, уйна!
Өҙҙөрөп тә уйна!
Ҡабат әле һағыш моңдарын.
Һөймәгәндәр һөйһөн,
Ялҡындарҙа көйһөн,
Шатлыҡтарға, шатлыҡтарға
Күмһен донъяны.

Уйна, гармун, уйна!
Һыҙҙырып та уйна!
Тыпырлатып бейеп китһендәр.
Көлмәгәндәр көлһөн,
"Йәшәү — рәхәт", — тиһен.
Күҙ йәштәре, күҙ йәштәре
Булһа — кипһендәр!

Уйна, гармун, уйна!
Армай-талмай уйна!
Мин йырлармын һиңә ҡушылып.
Халҡымды яратып,
Һағышын таратып
Һайрармын  мин, һайрармын мин
Моңло ҡош булып.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Уйна, гармун /минус/" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен