ГлавнаяИсполнителиГүзәл АҙнағоловаЯрамай
название:

Ярамай


автор:

Гүзәл Аҙнағолова


рейтинг: ★★★★★ / 5.3 / 1339 просмотров
Өлкәндәр гел ярамай  ти
Өлкәндәр менән ҡыйын
Ҡарап ҡына торалар шул
Торалар гелән тыйып

Ҡушымта:

Донъя ҙурҙар ҡулында шул
Беҙҙеңсә генә булмай
Ярамайҙы тыңлай-тыңлай
Үҫәбеҙ-үҫәбеҙ инде шулай

Шырпыға тейеү ярамай
Ҡайсыһы ла ҡот осҡос
Улар уйынсыҡ түгелдәр
Улар бары ҡотортҡос

Ҡушымта:

Донъя ҙурҙар ҡулында шул
Беҙҙеңсә генә булмай
Ярамайҙы тыңлай-тыңлай
Үҫәбеҙ-үҫәбеҙ инде шулай

Яй атлама,шәп йүгермә
Ишетелмәй ҡысҡырма
Матур ғына итеп һөйлә 
Һаҡау һүҙҙәр ҡыҫтырма

Ҡушымта:

Донъя ҙурҙар ҡулында шул
Беҙҙеңсә генә булмай
Ярамайҙы тыңлай-тыңлай
Үҫәбеҙ-үҫәбеҙ инде шулай

Тыңлағас тыңлайыҡ инде
Ҡартаймаһын әсәйҙәр
Ҡурҡытмайыҡ атайҙарҙы
Улар беҙ тип йәшәйҙәр

Ҡушымта:

Донъя ҙурҙар ҡулында шул
Беҙҙеңсә генә булмай
Ярамайҙы тыңлай-тыңлай
Үҫәбеҙ-үҫәбеҙ инде шулай

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Ярамай" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен