ГлавнаяИсполнителиИлфак СмаковДан йырла шағир!
название:

Дан йырла шағир!


автор:

Илфак Смаков


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1357 просмотров
Шамил Ҡулбарисов көйө
Зәйнәб Биишева һүҙҙәре

Буйы талдай, йөҙө айҙай, ер һылыуы.
Йөрәккә ут ҡабындыра көлөүе.
Күҙҙәренән, йөҙҙәренән балҡып тора уның
Йөрәгендә яҡты уйҙар йөрөүе.

Маҡтап йырла. Данға лайыҡ.
Әйҙә, шағир, маҡтау йырла һин
Эшсе - ҡатынға.
Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул,
Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға.

Ауырлыҡты, ҡыйынлыҡты ул күп күрҙе.
Тау аҡтарҙы, таш күтәрҙе, ер һөрҙө.
Иленә яу, еренә дау килгән саҡта ла
Уттар уҙҙы, һыуҙар кисте, ул еңде.

Маҡтап йырла. Данға лайыҡ.
Әйҙә, шағир, маҡтау йырла һин
Эшсе - ҡатынға.
Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул,
Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға.

Бәхетлеләр илебеҙҙең шат ҡыҙҙары,
Яҙғы ҡояш кеүек көләс йөҙҙәре.
Азат хеҙмәт, дан һәм хөрмәт юлдаш булғас уға,
Ҡыуаныслы уҙа уның көндәре.

Маҡтап йырла. Данға лайыҡ.
Әйҙә, шағир, маҡтау йырла һин
Эшсе - ҡатынға.
Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул,
Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанга.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Дан йырла шағир!" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен