ГлавнаяИсполнителиҠарауанһарайПорт-Артур (башкирская народная песня)
название:

Порт-Артур (башкирская народная песня)


автор:

Ҡарауанһарай


рейтинг: ★★★★★ / 4.9 / 885 просмотров
Порт-Артур тигән таш ҡала
Күп ҡалаға баш ҡала,
Һары диңгеҙ буйҙарында
Ҙур ҡаланан һанала.

Дошмандарҙан уны яҡлап,
Күп ирҙәр башын һала;
Ирҙәр үлә, башын һала,
Бөтмәҫ дандары ҡала.

Порт-Артур тигән ҡалаға
Япондар туп аталар,
Аямай дошман, аямай,
Таш ҡоймаһын ваталар.

Япондар туп аталар,

Порт-Артурҙы ваталар.

Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ

Ҡысҡырышып яталар.

Диңгеҙ өҫтө ҡып-ҡыҙыл ҡан,
Эркелеп үлек аға;
Ирҙәр үлә, башын һала,
Бөтмәҫ дандары ҡала.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Порт-Артур (башкирская народная песня)" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен