ГлавнаяИсполнителиГөлдәр ИшҡыуатоваҺине яратмаҫҡа мөмкин түгел
название:

Һине яратмаҫҡа мөмкин түгел


автор:

Гөлдәр Ишҡыуатова


рейтинг: ★★★★★ / 4.8 / 782 просмотра
Һине яратмаҫҡа мөмкин түгел
Күңелеңдә дала киңлеге
Күҙҙәреңдә дингеҙ тәрәнлеге
Һин гүйә бар йыһан кендеге.

Илертәһең тилертәһең
Яҙҙыраһың аҡылдарҙан
Упҡындарға ырғытаһың 
Һурып алып алҡындарҙан
Яндыраһың көйҙөрәһең
Үкһетеп үкендерәһең
Баш эйҙереп күндерәһең
Яндыраһын, һүндерәһең.
Яндыраһың.
Ниндәй көс һин.

Һине яратмаҫҡа мөмкин түгел
Йылмайыуың боҙҙар иретә
Һине тик бер күрәм  тигән хыял
Бишегемдә наҙлап бәүелтә.

Һине яратмаҫҡа мөмкин түгел
Һин бит йәшлек, сафлыҡ өлгөһө
Һине өҙлөп, өҙлөп һағыныум
Сикһеҙ һөйөүемдең билгеһе.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Һине яратмаҫҡа мөмкин түгел" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен