ГлавнаяИсполнителиЛидия Танатова и АльбинаБашкортмын. (Гитара. Башкортса йыр)
название:

Башкортмын. (Гитара. Башкортса йыр)


автор:

Лидия Танатова и Альбина


рейтинг: ★★★★★ / 4.9 / 878 просмотров
Йөҙөңә бысраҡ ташлап йөрәгең ярылһа,
Онотма тамырҙарыңдан башҡорт ҡаны аға,
Көслө рухлы халыҡтың уланы һин, онотма!
Милләтеңде алға әйҙә, саҡыр һин көрәшкә,
Онотма үҙ тарихыңды, юғалтма һин, һаҡла,
Заман афәттәренә башҡортом бирешмә!

Ҡушымта:
Көс-ғәйрәт, түҙемлек бир, Аллам.
Башҡортмон тип күкрәгемде ҡағам.

Үткәнеңә күҙ ташла ярғыймай йөрәгең
Күпме ҡырылды һинең аҡыллы йөҙҙәрең
Тартып алдылар күпме һаорамай ерҙәрең
Яҡты уйҙар менән генә тик алға һин атла
Һынып ҡалма бер ниҙән, Башҡорт илен данла
Көслө рухла халыҡтың уланы һин, онотма!

Ҡушымта.

Тура баҫып, ғорур атла, һин бит үҙ ереңдә
Олтан булмай, Солтан бул һин тыуған илеңдә
Намыҫыңды тапырға бер ҡасан ашыҡма
Телеңдең киләсәге лә тик һинең ҡулыңда
Ул бит беҙҙең хазинабыҙ, һин шуны онотма
Әсе телең үлтереүгә, Башҡортом, юл ҡуйма!

Ҡушымта.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Башкортмын. (Гитара. Башкортса йыр)" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен