ГлавнаяИсполнителиУрал ИбәтуллинТыуған ауылым
название:

Тыуған ауылым


автор:

Урал Ибәтуллин


рейтинг: ★★★★★ / 5.1 / 1099 просмотров
Тыуған ауылым!
1.Тыуған ауылым тау битендә,
Уттары яҡты яна.
Беҙҙең һағынып ҡайтҡанды,
Көтөп торалар ана.
Ҡушымта:
Ҡорһаҡ буйы һағындыра,
Һағындыра Ҡашҡа тау.
Ҡайтырбыҙ һиңә ауылым,
Булайыҡ беҙ иҫән һау.
Ауылымдан илһам алам,
Күңелдәр ҡанатлана.
Тыуған ерҙәр онотолмай,
Йөрәктәрҙә һаҡлана.
2. Ҡорһаҡ һыуында ҡойоноп,
Шишмәләрҙән һыу эсәм.
Өйәңкәләргә, талдарға,
Йәшлек  серемде  сисәм.
Ҡушымта: шул уҡ.
3. Һандуғаслы яҙғы кистә
Күктә серҙәш ай йөҙә.
Һағышлы гармун тауышы,
Әй, үҙәктәрҙе өҙә.
Ҡушымта: шул уҡ.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Тыуған ауылым" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен