ГлавнаяИсполнители"РУХ"Башҡортостаным
название:

Башҡортостаным


автор:

"РУХ"


рейтинг: ★★★★★ / 4.7 / 729 просмотров
Тыуған илем Башҡортостан,
Ҡая кеүек үҙ халҡым.
Сәскә кеүек ҡар аҫтынан
Балҡмаҫ микән һинең көстәрең?

Терәк булырҙар микән һиңә
Һылыу ҡыҙҙар, ут егеттәр?
Бирешмәгеҙ ҡаршы елгә
Ал сәскәләй сая йәштәр!

припев:
Юғалтма үҙ илеңде,
Телеңде онотма.
Тыуып үҫкән ереңде
Ҡараға буяма.
Ҡайтырһың әле бында
Атайың йортона
Яҡын булһаң да, ҡырҙа
Үҙ илеңә!

Ас, йомма күҙҙәреңде,
Тура ҡарап атла.
Уйлаған теләгеңде
Халҡыңа бағышла!
Бел ете быуыныңды,
Туғаныңды таны,
Башҡортостан - ҡаныңды
Һин ҡәҙерлә!

Ҡул һуҙмағыҙ еребеҙгә,
Күҙ һалмағыҙ, дошмандар.
Юл тотоғоҙ өйөбөҙгә
Ситтә тороп ҡалған башҡорттар

Яҡты йондоҙ янһын һиңә,
Сәскә атһын ҡар аҫтынан.
Бөгөлмәй мәңге йәшә
Тыуған илем - Башҡортостан!

припев:
Юғалтма үҙ илеңде,
Телеңде онотма.
Тыуып үҫкән ереңде
Ҡараға буяма.
Ҡайтырһың әле бында
Атайың йортона
Яҡын булһаң да, ҡырҙа
Үҙ илеңә!

Ас, йомма күҙҙәреңде,
Тура ҡарап атла.
Уйлаған теләгеңде
Халҡыңа бағышла!
Бел ете быуыныңды,
Туғаныңды таны,
Башҡортостан - ҡаныңды
Һин ҡәҙерлә!

Ас, йомма күҙҙәреңде,
Тура ҡарап атла.
Уйлаған теләгеңде
Халҡыңа бағышла!
Бел ете быуыныңды,
Туғаныңды таны,
Башҡортостан - ҡаныңды
Һин ҡәҙерлә!

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Башҡортостаным" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен