ГлавнаяИсполнителиУрал ИбатуллинКыйыусыз егет йыры- Kararsız adam şarkı
название:

Кыйыусыз егет йыры- Kararsız adam şarkı


автор:

Урал Ибатуллин


рейтинг: ★★★★★ / 5.2 / 1176 просмотров
ҠЫЙЫУҺЫҘ  ЕГЕТ  ЙЫРЫ

Лилиә Һаҡмар шиғыры
Урал Ибәтуллин көйө

1. Етмәҫ инде ҡағыҙ бите
Хистәремде яҙырға,
Мөмкин микән һылыуҡайҙың
Яндарына барырға.

Ҡушымта:
Барам әле һылыуыма
“Һөйәм!” һүҙен әйтергә,
Ниңә ул һүҙ тел осонда
Тора һаман әйтелмәй.
--------------------------------------
2. Етмәҫ инде батырлығым,
Ҡулдарынан тоторға,
Мөмкин микән нескә генә
Билкәйенән ҡосорға.

Ҡушымта шул уҡ.
-----------------------------------------
3.Етмәҫ, ахыры, бер ҡасан да
Уны әйтергә көсөм,
Ҡыйыулыҡ та кәрәк икән
Ҡыҙҙарҙы һөйөр өсөн.

Ҡушымта шул уҡ.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Кыйыусыз егет йыры- Kararsız adam şarkı" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен