ГлавнаяИсполнителиЙыртҠыSМин-Бүре - Мин-тере
название:

Мин-Бүре - Мин-тере


автор:

ЙыртҠыS


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1395 просмотров
Башҡортостан ошоға тиклем купме юлдар үткән,
Ҙур ил йөрәгендә урын табып үҙ хужаһын көткән.
Бәлә-ҡаза,ҡайғы,һуғыш,үлем  килеп кире киткән,
Ләкин бер аҙҙан инде бәхетле саҡтар еткән.
Башҡорт купте күргән,уткән юлы ҡатмарлы уның,
Купме дошман көлгән-минең халыҡ түҙгән.
Ваҡыт аҡҡан һайын тормош та үҙгәргән,
Теймәгеҙ башҡортҡа булды-булды инде еткән.
Был ожмахҡа алып килгән беҙҙе Баш бүре,
 Иң матур ерҙәргә -текә Урал тауҙарына.
Яҡшы милләтте,көслө ҡабиләне ҡалдырған бында,
Туғандарым,беҙ бөтмәйбеҙ-беҙ әле һаман тере.
Алла тарафынан беҙҙең халыҡ яратылған,
Ул ҡалған ошо ерҙә -баш бүре уны һаҡлаған.
Ә яман ҡулдар һуҙыла башҡортома һаман,
Етәр,Һеҙ шашмағыҙ -килеп етте һеҙгә тамам.

Припев:

Ҡарашым-яман,тештәрем-уткер,
Күҙҙәремде ҡыҫам-дошманды байҡайым.
Илемә тейһендәр-йыртып ташлайым, 
Мин Йыртҡыс,мин ашайым,Мин Бүре-мин тере.

Минең тәндә буре йәшәй һәм тамырҙарымда ҡаны,
Ҡыҙа ул ҡан,күҙҙе ҡаплай тағы шашһа дошмандарым.
Һеҙ,меҫкендәр ике йөҙлө  ҡурҡаҡ шайтан ҡолдары,
Эй,дошмандар янап әйтәм көтә һеҙҙе башҡорт улдары.
Башҡорт-тыныс,ләкин ҡыҙыу-теймәҫ ул бер кемгә,
Беренсе булып ҡорал тотоп һуғыш менән аяҡ баҫмаҫ сит ергә.
Борондан ҡанлы һуғыш,улем килһә куршеләргә,
Буре тоҡомо йоҙроҡ булып берҙәм яуға кутәрелә.
Башҡорт-ышаныслы инде нисәнсе йылдар,
Сит ил баҫҡынсыларын сығарып ебәрә илдән.
Ә хәҙер беҙҙең ергә ынтыла бысраҡ бармаҡтар,
Тырнағын сығара Бүре-булды аяҙ көндәр һеҙгә бөткән.
Минең эсем боша,минең йөрәк әрней,
Телем өсөн,Илем-ерем өсөн ,башҡорт һинең өсөн.
Ата-бабаларҙан ҡалған байлыҡ юҡҡа сыҡмаһын өсөн.
Әйҙәгеҙ ,туғандар кутәреләйек бергә.

Припев:
Ҡарашым-ҡалҡан,тештәрем -ҡылыс,
Күҙҙәремде ҡыҫам-дошманды байҡайым.
Башҡортҡа тейһендәр- йыртып ташлайым,
Мин-Башҡорт,мин-буре,мин һаман әле тере.

Бүренең ҡыҙыу ҡаны һеңгән башҡорт халҡына,
Бүре изге йөрәкле булғанда шакалдар шашына.
Ҡурҡма,Башҡорт шакалдар өйөрөнән,
Тик үҙең,Башҡорт әйләнмә уға,ябынма шакалдың тиреһенә.

Болоттар берекһә-кук кукрәр,
Халыҡ берекһә-ер тетрәр.
Беҙҙең көс айыҡ аңда,ҡыҙыу йөрәктә,ныҡлы иманда,сәл

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Мин-Бүре - Мин-тере" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен