ГлавнаяИсполнителиФАРУАЗ УРМАНШИНТыуған ауылым Юлыҡ
название:

Тыуған ауылым Юлыҡ


автор:

ФАРУАЗ УРМАНШИН


рейтинг: ★★★★★ / 5.2 / 1182 просмотра
Ҡайтһам тыуған яҡтарыма
Еҙемем буйҙаына
Мағаш тауы һағыш булып 
Һарыла уйҙарыма

Ҡайтам тыуған яҡтарыма
Ҡайтам күңелем тулып
Һағындым урамдарыңды 
Тыуған ауылым Юлыҡ

Ауылымды ҡурсап аға 
Йәмле Еҙем йылғаһы
Ауылҡайым, Юлыҡҡайым
Һиңә генә йырҙарым

Еҙемемдең тирәктәре 
Күңелде нурландыра
Айлы, йондоҙло кистәре 
Моңдарға урандыра

Ҡайтам тыуған яҡтарыма
Ҡайтам күңелем тулып
Һағындым урамдарыңды 
Тыуған ауылым Юлыҡ

Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә
Һөйөүем ҡоштар булып
Тик һиңә генә ашҡынам
Тыуған ауылым Юлыҡ

Ауылымды ҡурсап аға 
Йәмле Еҙем йылғаһы
Ауылҡайым, Юлыҡҡайым
Һиңә генә йырҙарым

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Тыуған ауылым Юлыҡ" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен