ГлавнаяИсполнителиР. Зарипов, А. ҺағынбаеваСыҡма юлдарыма
название:

Сыҡма юлдарыма


автор:

Р. Зарипов, А. Һағынбаева


рейтинг: ★★★★★ / 4.9 / 936 просмотров
Мөхәббәтем менән йөрәгемдә
Хәүефтәрем ята ишелеп.
Һуңлап бөрөләнгән һөйөүем һин,
Һуңлап атҡан сәскә шикелле.
Сыҡма,сыҡма барыр юлдарыма,
Үтер юлдар инде үтелгән.
Тормош йомғаҡтары һинән башҡа
Башҡа берәү менән һүтелгән.

Һуңлап бөрөләнгән һөйөүемде
Көҙгө әсе елдәр аралай.
Ғүмер буйы әрнеп, һыҙлар инде
Һин ҡалдырған татлы яралар.
Сыҡма,сыҡма барыр юлдарыма,
Үтер юлдар инде үтелгән.
Тормош йомғаҡтары һинән башҡа
Башҡа берәү менән һүтелгән.

Саф хистәрең менән биҙәгәнһең
Һин мөхәббәт тигән тәхетте.
Был донъяла әлдә һин бар әле
Һин булғанға мин бит бәхетле.
Сыҡма,сыҡма барыр юлдарыма.
Үтер юлдар инде үтелгән.
Тормош йомғаҡтарын һинән башҡа
Башҡа берәү менән һүтелгән.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Сыҡма юлдарыма" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен