ГлавнаяИсполнителиҒәзим ИльясовАғыла ла болот ағыла
название:

Ағыла ла болот ағыла


автор:

Ғәзим Ильясов


рейтинг: ★★★★★ / 4.8 / 758 просмотров
Афарин Аҡсурин көйө
Хәсән Туфан һүҙҙәре

Ағыла ла болот ағыла
Тауҙар аша ауылым яғына.
Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр
Нимә әйтер туғандарыма?!

Ағыла ла болот ағыла
Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына.
Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр
Нимә әйтер туғандарыма?!

Ни тип әйтһен: берни белмәй ул,
Хәбәре юҡ минең йөрәктән.
Мине бары сылатып үтте
Аҡ ҡайындар менән беррәттән…

Ағыла ла болот ағыла
Тыуған-үҫкән ерҙәр яғына.
Тәҙрәгә сиртер ҙә ямғыр
Нимә әйтер туғандарыма?!

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Ағыла ла болот ағыла" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен