название:
автор:
Өфө йүкәләре (Уфимские липы)
автор:
Илфак Смаков
рейтинг: ★★★★★ / 4.9 / 891 просмотр
- Текст
- Открытка с текстом
Йәшлек урамдары, Тулы хыялдары, Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. Беҙҙең менгән аттар – Йылдар, арғымаҡтар, Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. Ғүмер ике килмәй, Уттар ике һүнмәй, Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр.
А как ты думаешь, о чем песня "Өфө йүкәләре (Уфимские липы)" ?