ГлавнаяИсполнителиИлфак Смаков (Зәки Мәхмүтов,Еҙ ҡыңғырау (Җиз кыңгырау) /минус/
название:

Еҙ ҡыңғырау (Җиз кыңгырау) /минус/


автор:

Илфак Смаков (Зәки Мәхмүтов,


рейтинг: ★★★★★ / 5.6 / 1555 просмотров
Вәсил Хәбисламов көйө
Әнғәм Атнабаев шиғыры

Урап-урап ҡарҙар күмә
Ҡыштың оҙон юлдарын,
Сың-сың итә, ел туҙғыта
Еҙ ҡыңғырау моңдарын.

Еҙ ҡыңғырау, көмөш моңдар
Уйлата һинең хакта,
Һинең хаҡтағы уйҙарым
Йәшлеккә алып ҡайта,
Уйлата һинең хаҡта.

Еҙ ҡыңғырау моңдарында
Үткәндең тауыштары,
Осрашыуҙар, ҡауышыуҙар,
Айырылыу һағыштары,
Үткәндең тауыштары.

Сың-сың итә, ел туҙғыта
Еҙ ҡыңғырау моңдарын.
Ҡайҙа алып бара икән
Ҡышҡы оҙон юлдарым?

Еҙ ҡыңғырау тағып ҡына,
Аттарҙа сабып ҡына,
Килер инем йәшлегемдән
Тик һине алып ҡына,
Аттарҙа сабып ҡына.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Еҙ ҡыңғырау (Җиз кыңгырау) /минус/" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен