ГлавнаяИсполнителиНеизвестенАҡ томандар... (Фәнзил Әҙелбаев һүҙ. һәм муз.)
название:

Аҡ томандар... (Фәнзил Әҙелбаев һүҙ. һәм муз.)


автор:

Неизвестен


рейтинг: ★★★★★ / 5 / 1034 просмотра
Аҡ томандар... (Фәнзил Әҙелбаев һүҙ. һәм муз.)

Аҡ томандар араһында усаҡ яҡтым, 
Аҙашмайса барып етһен - һөйөү хатым. 
Таралһындар ауыр болот, шикле уйҙар. 
Күрешеүҙе ашыҡтырыр етеҙ уйҙар... 

Тик әйт кенә осор инем яндарыңа 
Осҡан кеүек ҡояш нуры таңдарына, 
Хыял алдан елә ҡағып ҡанаттарын, 
Сиктән ашты һиңә булған һағыныуҙарым... 

Усағымдың ялҡындарын елдәр тарай, 
Саф хистәрҙең тоғролоғон йылдар һынай. 
Күңел гөлөм ҡаршы торор дауылдарға 
Таш ятһа ла, боҙ ятһа ла араларҙа. 

Тик әйт кенә осор инем яндарыңа 
Осҡан кеүек ҡояш нуры таңдарына, 
Хыял алдан елә ҡағып ҡанаттарын, 
Сиктән ашты һиңә булған һағыныуҙарым...

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Аҡ томандар... (Фәнзил Әҙелбаев һүҙ. һәм муз.)" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен