ГлавнаяИсполнителиҒәли Хәмзин (Асия Смакова)Уҡытыусыма минус
название:

Уҡытыусыма минус


автор:

Ғәли Хәмзин (Асия Смакова)


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1371 просмотр
Мостай Кәрим һүҙҙәре 
Айрат Ҡобағошев көйө

Исемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.
Тәү башлап мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм.

Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлеҡ ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.

Һин һөйләнең бәхетемдең
Аҡлығы тураһында.
Тыуған илдәге халыҡтың
Шатлығы тураһында.

Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлеҡ ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.

Һин етәкләп мендең мине
Тауҙарҙың бейегенә.
Алып киттең далаларға,
Диңгеҙҙәр киңлегенә.

Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлеҡ ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.

Һин яртырға өйрәттең
Һәрбер биҙәген ерҙең.
Йондоҙло зәңгәр күктәрҙең
Серҙәрен асып бирҙең.

Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлеҡ ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Уҡытыусыма минус" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен