ГлавнаяИсполнителиМС ИнсанХинен осон йэшэйем
название:

Хинен осон йэшэйем


автор:

МС Инсан


рейтинг: ★★★★★ / 5.5 / 1468 просмотров
Ҡояшҡайым
Гөлниәгә бағышланған йыр
Yo!
Иҫләйем үҙемде һине осратҡанға тиклем,
Үҙ юлым менән барыусы бер моңһоу юлсы инем… 
Юлымдың уртаһында тормошома һин килеп индең,
Аҡ-ҡара төҫтәрҙе юйып йәйғорға күмдең мине!
Һине, ҡояшҡайым, күпме йылдар эҙләнем,
Мөхәббәткә ышаныс юғалтып ни эшләргә белмәнем.
Күпме йылдар тапаным, тик ваҡыт үҙе килеп етте, 
Шым ғына сер итеп әйтте: “Ҡаршы ал мөхәббәтте!”
Әйтерһең дә, беҙҙең икебеҙҙе 
Кемдер алдан уҡ эҙләп табып, берләштерҙе.
Хәҙер инде беҙ бергә, кемгә рәхмәт әйтергә,
Әлбиттә, йәнем, һиңә – тап булыуың өсөн миңә!
Саф мөхәббәтең өсөн, матур күҙҙәрең өсөн,
Йылы һүҙҙәрең өсөн, сабырлығың өсөн.
Беҙ бер-беребеҙ өсөн килгәнбеҙ был донъяға,
Тиҙҙән һин тағы ла булырһың янымда. Yeah!

Ҡушымта:
Һин минең берҙән-берем,
Күҙ нурым, мөхәббәтем,
Янымда булмаһаң да 
Мин һине һөйәм, көтәм,
Һинең өсөн йәшәйем,
Һинең өсөн йәшәйем!

Аңлайым, һылыуым, һиңә ҡайһы саҡ ҡыйын,
Кистәрен яңғыҙың ҡалған һайын.
Миңә лә еңел түгел, һин бит минән шундай йыраҡ,
Тик был ара бер ни ҙә түгел, әгәр кеше яратһа!
Ҡара: тирә-яҡта күпме төрлө кешеләр –
Мөхәббәтәрен таба алмай шундай бәхетһеҙҙәр,
Ә беҙ бер-беребеҙҙе таптыҡ һәм беҙ иң бәхетле,
Беҙҙең мөхәббәт минең өсөн иң ҡиммәтле!
Һинең тауышың, көлөүең, йылмайыуың!
Һине генә уйлайым! Һинһеҙ йәшәй алмайым!
Көндәр үтә-уҙа, ә мөхәббәтем һүнмәй, 
Киреһенсә, көсәйә, миңә башҡа бер кем кәрәкмәй.
Беләм, yo, тик һин миңә ышан,
Мин һинһеҙ был донъяла, юҡ, бәхетле була алмам.
Алға барам, яратам, мөхәббәтем өмөтөмдә,
Ә һин һәр саҡ минең менән йөрәгемдә!

Ҡушымта.

Эй-yo, ҡояшҡайым, мин һинең өсөн йәшәйем. Мин һине яратам!!!

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Хинен осон йэшэйем" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен