название:
автор:
Айдар:
автор:
Неизвестен
рейтинг: ★★★★★ / 4.8 / 777 просмотров
- Текст
- Открытка с текстом
Айдар: Ҡотҡар мине, был сикһеҙ көтөүҙән, Йондоҙ һанап еләҫ елдә. Ниһәйәт һине күреп һәм ҡосаҡлап Йөрәк тибешеңде һиҙергә. Минең хистәр, һис бер үҙгәрмәгән. Мең йыл көтөп, анттар бирәм – Күпме һынау көтһәлә беҙҙе, Мин һине инде ебәрмәм. Зиляра: Ҡулдарымдан алда һин йом күҙҙәреңде, Хәтерлә, беҙҙең бәхетле көндәрҙе, Мөхәббәтебеҙ көслө тик аяныслы булды. Белдерә лә алмай ҡалдыҡ яратыуыбыҙҙы. Айдар: Йөрәгем, төндәрен һыҙлана, Һине уйлап ғазапландым. Бик оҙаҡҡа мин яңғыҙым ҡалдым, Тик башҡаса түҙә алмайым. Көтәм һине, ышанаһыңмы көтәм, Ғазапланһамда һинән китмәм, Һинең мөхәббәтең һаҡлар боҙлоҡтан, Китергә һиңә бирмәм. Зиляра: Ҡулдарымдан алда - йом күҙҙәреңде, Хәтерлә беҙҙең бәхетле көндәрҙе, Мөхәббәтебеҙ көслө тик аяныслы булды. Белдерә лә алмай ҡалдыҡ яратыуыбыҙҙы. Вместе: Йөрәктәрҙә һәр саҡ шулай Мөхәббәт сәскә атһын, Мәңгелектән дә бергә утергә яҙһын,. Зиляра: Мөхәббәтебеҙ көслө тик аяныслы булды. Белдерә лә алмай ҡалдыҡ яратҡаныбыҙҙы. Вместе: Биргән анттарыбыҙҙы, Һаҡларбыҙ беҙ ғүмергә, Мөхәббәтебеҙ өсөн Әҙербеҙ үлергә. Айдар: Биргән анттарыбыҙҙы, Һаҡларбыҙ беҙ ғүмергә, Зиляра: Мөхәббәтебеҙ өсөн Әҙербеҙ үлергә. Айҙар: Мөхәббәтебеҙ тылсымлы. Йәшәһен ул мәңгегә.
А как ты думаешь, о чем песня "Айдар:" ?