ГлавнаяИсполнителиАртур КабировМинең йондоҙом- Р.Ғарипов һүҙҙәре,
название:

Минең йондоҙом- Р.Ғарипов һүҙҙәре,


автор:

Артур Кабиров


рейтинг: ★★★★★ / 5 / 962 просмотра
Ғүмерем буйы мин бит яңғыҙым,
Эҙләйем һине, якты йондоҙом.
Саҡыра тағы алыҫ юлдарым,
Юлдашым минең — йөрәк моңдарым,

Юғалдың кайҙарҙа?
Юл алдың кайҙарға?
Һинһеҙ, йондоҙом, юлым бик оҙон...
Тынғыһыҙ көндәрҙә,
Йондоҙһоҙ төндәрҙә
Күрсе мин барын, яҡтырт юлдарым!
Минең йондоҙом, минең йондоҙом...

Ниңәлер күпте көтә күңелем,
Көткәнгә микән күпте киң илем!
Дауыллы йылдарҙа,
Бормалы юлдарҙа
Мин еңел йөклө булмам, һөйөклөм!

Юғалдың кайҙарҙа?
Юл алдың кайҙарға?
Һинһеҙ, йондоҙом, юлым бик оҙон...
Тынғыһыҙ көндәрҙә,
Йондоҙһоҙ төндәрҙә
Күрсе мин барын, яҡтырт юлдарым!

Юғалдың кайҙарҙа?
Юл алдың кайҙарға?
Һинһеҙ, йондоҙом, юлым бик оҙон...
Тынғыһыҙ көндәрҙә,
Йондоҙһоҙ төндәрҙә
Күрсе мин барын, яҡтырт юлдарым!
Минең йондоҙом, минең йондоҙом...

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Минең йондоҙом- Р.Ғарипов һүҙҙәре," ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен