название:
автор:
Айырылып булмай яҙмыштан
автор:
Ғәзим Ильясов
рейтинг: ★★★★★ / 5.2 / 1193 просмотра
- Текст
- Открытка с текстом
Нисә тапҡыр инде талпынһам да, Ҡанатланып ҡуям аҡҡоштай. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Айырылып булмай яҙмыштан. Болоттарға әле еткәнем юҡ, Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Күтәрелеп булмай яҙмыштан. Хыялымда осам ҡош шикелле, Ғүмерҙәрем әле уҙмаған. Мин теләгән бәхет- шатлыҡтарым, Әллә инде миңә яҙмаған. Болоттарға әле еткәнем юҡ, Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Күтәрелеп булмай яҙмыштан. Тәҙрә асып тағам йондоҙҙарға, Береһе бейек, береһе юғары. Юғарыға ҡарап ялбарһам да, Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ бары. Болоттарға әле еткәнем юҡ, Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә. Әллә ниңә осоп китеп булмай, Күтәрелеп булмай яҙмыштан.
А как ты думаешь, о чем песня "Айырылып булмай яҙмыштан" ?