ГлавнаяИсполнителиРөстәм Ғиззәтуллин һәм Гөлсөм БикбулатоваИнде бөттө
название:

Инде бөттө


автор:

Рөстәм Ғиззәтуллин һәм Гөлсөм Бикбулатова


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1411 просмотров
ИНДЕ БӨТТӨ.

Инде бөттө бүтән һинең алда,
Яна-яна шәмдәй эремәм.
Кистәремдә инде һине эҙләп,
Таныш һуҡмаҡтарҙан йөрөмәм.

Ҡушымта: 
Һин үҙгәрҙең яра үҙгәр әйҙә,
Һин үҙгәрһәң мин дә үҙгәрҙем.
Тик күҙҙәрем бына тик күҙҙәрем,
Эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе.
(2 тапҡыр). 

Тик ҡулдарым бына тик ҡулдарым,
Эҙләп йөҙә һинең ҡулдарҙы.
Ирендәрем эҙләй иренеңде,
Нишләтәйем бына шуларҙы.

Ҡушымта: 
Һин үҙгәрҙең яра үҙгәр әйҙә,
Һин үҙгәрһәң мин дә үҙгәрҙем.
Тик күҙҙәрем бына тик күҙҙәрем,
Эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе.
(2 тапҡыр).

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Инде бөттө" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен