ГлавнаяИсполнителиНеизвестенКүңелем илай...
название:

Күңелем илай...


автор:

Неизвестен


рейтинг: ★★★★★ / 4.9 / 939 просмотров
Күңелем илай...

Күпме йылдар йәшәйбеҙ, бер нимәлә белмәйбеҙ
Беҙҙең тыуған төйәкте, ҡыҫҡандарын һиҙмәйбеҙ.
Елкәбеҙҙә ултырған, шайтандарҙы күрмәйбеҙ
Ғүмерҙәр бысраһала, дуҫтар һаман түҙәбеҙ!
Башҡорттарҙы баҫалар, уларҙы бөтөрәләр
Юғалтырға тырышып, зыянлыҡтар ҡылалар
Үҙ тыуған еребеҙҙә хужа була алмайбыҙ.
Әллә ниндәй халыҡҡа еребеҙҙе һатабыҙ.
Ҡасан ғына башҡорттар йоҡонан уянырҙар?
Хәҙер инде кеҫәңдән тиндегеңде урлайҙар.
Аңғарып йөрөмәһәң, яланғас ҡалдырырҙар,
Ярҙам ҡулы һораһаң, һинән мыҫҡыл көлөрҙәр!
Башҡорт телен юғалтабыҙ, бик насар һөйләшәбеҙ
Кәрәкмәгән йолаларҙы үҙебеҙгә һөрәйбеҙ
Башҡорттарҙың тарихын, ҡойола бысратабыҙ,
Ирек өсөн көрәшкән батырҙы онотабыҙ...

Күңелем илай, ул нишләп йырламай
Нисәнсе йыл инде соҡорҙан сыға алмый.
Минең был күренеште, йөрәгем аңламай,
Ниңә һаман үҙебеҙгә, ҡәбер ҡаҙабыҙ шулай!

Башҡорттарым, һеҙгә әйтәм булырға кәрәк айыҡ.
Яңылыштан хата эшләп отолоп беҙ ҡуймайыҡ
Ҡыҫрыҡлауға ҡаршы мин, илемә оран һалам
Ҡул  һәлтәгәндәргәлә аптырап хайран ҡалам!
Ышанмайым мин һаман, илем, телем бөтәсәккә.
Халҡыбыҙ бөтөп килә, нимә  ҡалыр киләсәккә
Илемдең тыныслығын, батырҙың  рухын һаҡлап
Дошмандарҙың ҡулынан алып ҡалайыҡ яҡлап.
Йәштәр ағыу һыуҙы эсә һәм тәмәке тарталар
Шуларҙы күреп үҫә, кескәй генә балалар
Шундуҡ ситкә тайпылалар, улар бармай тура юлдан
Бер һорау башты вата: киләсәк кемдең ҡулда?
Халҡымды юғалтырға, ендәр һаман ҡотора
Һәр көн һайын ас бүреләй, башҡорт башҡортто йома,
Нимә булды һиңә башҡорт киләсәгеңде уйла,
Баҫҡан һайын төпкәрәк, әйтерһең боҙ уйыла...
Иртәнән кискә тиклем, күрәм ошо күренеште
Тик быны күргем килмәй, килмәгәндәй насар төштө.
Урамдан ошо йырҙы, ҡайғырып йырлап барам,
Халҡымды ошо хәлдән, ҡотҡарһа ине Аллам!

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Күңелем илай..." ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен