ГлавнаяИсполнителиРафикова ДилараЭй башкортом
название:

Эй башкортом


автор:

Рафикова Дилара


рейтинг: ★★★★★ / 5.4 / 1396 просмотров
Эй, башҡортом, кей түбәтәй!
Эй, башҡортом, әйт аҙан!
Ата-бабалар йолаһын
Тергеҙәйек ҡайтанан!
Эй, башҡортом, йәй намаҙлыҡ!
Теләк телә сәждәлә.
Ил-йортобоҙ тыныс булыр, 
Урап үтер мең бәлә.
Эй, башҡортом, тарт тәсбихең!
Әйт һин: “Аллаһу әкбәр!”
Киң ҡөҙрәте менән Хоҙай
Бар халҡымды бүләкләр.
Эй, башҡортом, тот ураҙа!
Эй, башҡортом, сал ҡорбан!
Йөрәгеңдә иман артһын, 
Күңелеңдә - миһырбан.
Эй, башҡортом, ҡалдыр ил, тип,
Доға ҡылырлыҡ бала.
Ошо изге еребеҙгә 
Хужа булырлыҡ бала.

Лә илләһә, иллалаһу
Лә иллаһә, иллалаһ
Лә илләһә, иллалаһу
Мөхәммәде расуллаһ!

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Эй башкортом" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен