ГлавнаяИсполнителиФәрит БикбулатовҺөйөү көсө
название:

Һөйөү көсө


автор:

Фәрит Бикбулатов


рейтинг: ★★★★★ / 5.3 / 1283 просмотра
Рим Хәсәнов көйө
Муса Сиражи шиғыры

Ҡайтыр ҡоштар күкһел томандарға,
Ҡурғаш болоттарға урала.
Нисек итеп улар, нисек итеп
Аҙашмайса дөрөҫ юл ала?

Һауаларҙа ҡоштар аҙ кисермәй
Ҡанат ҡанатырлыҡ һалҡынды.
Ҡайҙан ала ҡоштар, ҡайҙан ала
Һалҡындарҙы еңер ялҡынды?

Ел-дауылдар кире бора алмай
Төйәгенә юлдар ярғанды.
Ҡайҙан ала ҡоштар, ҡайҙан ала
Дауылдарҙы еңер дарманды?

Иркәм менән бергә әҙләп таптыҡ
Ошо һорауҙарға яуапты.
Ҡоштарҙы ла һөйөү көслө итә,
Кешене лә итә ҡанатлы...

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Һөйөү көсө" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен