ГлавнаяИсполнителиАльберт СалауатовБер иларға ине ултырып
название:

Бер иларға ине ултырып


автор:

Альберт Салауатов


рейтинг: ★★★★★ / 4.7 / 716 просмотров
Эх, ҡысҡырып бер иларға ине, 
Әсәйемдең ятып ҡулына. 
Ул йөрәге менән анлар ине, 
Ниндәй ҡайғы төшкән улына.

Әсәкәйем минең, берҙән-берем,  
Алтындарҙан алтын әсәйем.  
Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең? 
Моң-һағыштарымдан сәсәйем. 

Илап булмай, йылға ташы һымак. 
Юшҡындарҙа кунел ҡатканға,  
Йыйнай алмай, оҙон уйҙарымды  
Уйау ятам тандар атҡанда.

Әсәкәйем минең, берҙән-берем,  
Алтындарҙан алтын әсәйем.  
Нинә шундай хисле йөрәк бирҙең? 
Моң-һағыштарымдан сәсәйем. 

Йорәк тырнап торған шиктәремде, 
Һағыштарымды кемгә һөйләйем?  
Тамырҙарға ҡаным һыймағанда,  
Ҡайһы көйҙө икән көйләйем? 

Әсәкәйем минең, берҙән-берем,  
Алтындарҙан алтын әсәйем.  
Нинә шундай хисле йөрәк бирҙең? 
Моң-һағыштарымдан сәсәйем.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Бер иларға ине ултырып" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен