ГлавнаяИсполнителиНасип КучаевҺаумыһығыҙ, яныуҙарым
название:

Һаумыһығыҙ, яныуҙарым


автор:

Насип Кучаев


рейтинг: ★★★★★ / 4.7 / 652 просмотра
Фаил Абдраҡов көйө
Марис Нәзиров шиғыры

Ҡоштар ҡайтты, һөйөү килде,
Ғүмерем яҙым алҡышланы.
Көләс йәшлек иртәһендә,
Һаумыһығыҙ, шатлыҡтары.

Яҡты нурҙай балҡыным  мин,
Түбәм күккә тейҙе инде.
Был яныуҙар — үҙе бәхет,
Иркәләүен тойҙом инде.

Яҙҙар етте, һөйөү ҡилде,
Наҙҙарымды нағышланы.
Мөхәббәтем кистәрендә,
Һаумыһығыҙ, һағыштары.

Уйҙарымдан уйылам мин
Яңғыҙ ҡалған сәғәттәрҙә.
Был һағыштар — үҙе бәхет,
Көтөүҙәргә сәбәп барға.

Ҡоштар китте, һөйөү үтмәй,
Һиҙәм ҡанат ҡағыштарын 
Мөхәббәтем кистәрендә,
Һаумыһығыҙ, яныуҙарым.

Япраҡтарҙай һарғайһам да,
Ашыҡмағыҙ ҡыҙғанырға.
Был яныуҙар — үҙе бәхет,
Күмеләмен наҙҙарына.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Һаумыһығыҙ, яныуҙарым" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен