ГлавнаяИсполнителиРәил ИгеҙбаевТылсымлы Яңы йыл (2017) аранжировка А.Хабировой
название:

Тылсымлы Яңы йыл (2017) аранжировка А.Хабировой


автор:

Рәил Игеҙбаев


рейтинг: ★★★★★ / 4.9 / 926 просмотров
"Тылсымлы Яңы йыл"
Рәил Игеҙбаев һүҙ. һәм көйө

1. Ап-аҡ ҡар бөртөктәре һауала өйрөлә,
Бейейҙәр гүйә ҡыштың сихри бер көйөнә,
Йондоҙҙарға ғына хас, сағыу йымылдап,
Байрам кәйефе өләшәләр беҙгә Яңы йылда!

Ҡушымта:
Тылсымлы Яңы йыл
Бәхет-шатлыҡ килтерә,
Ашмаған хыялдар ашһын тип,
Яңынан өмөт бирә.
Тылсымлы Яңы йыл,
Янымда дуҫ-туғандар,
Бер генә теләк, бер генә үтенес,
Һаулыҡҡа бай булһындар!

2. Аҡ ҡарҙай яҡтыһын ғына иҫтә ҡалдырып,
Оҙатайыҡ үткәндәрҙе, киләсәккә юл асып.
Яңы йыл - яңы сәйәхәт, яңы хәтирәләр.
Теләгеҙ, ышанығыҙ - килер яҡты көндәр!

Ҡушымта: шул уҡ

© Ожмах, 2017
 [bad word] ojmah
 [bad word] ojmahut

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Тылсымлы Яңы йыл (2017) аранжировка А.Хабировой" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен