ГлавнаяИсполнителиБибисара Азаматова һәмТала, тала #БаҫБашҡортса
название:

Тала, тала #БаҫБашҡортса


автор:

Бибисара Азаматова һәм


рейтинг: ★★★★★ / 5.2 / 1210 просмотров
Һандуғастар эйәләшкән
һыу эсәргә миләштән.
Ҡайғыларым бөтәр ине
Һине күреп һөйләшһәм.

Эх, тала, тала, тала,
Тала ике беләгем.
Ниңә тала, ниңә яна
Икән минең йөрәгем?

Ағиҙелгә баҫма һалдым
Ҡайынын һайлап ҡына.
Яндарыңа барыр инем
Ҡош булып һайрап ҡына.

Эх, тала, тала, тала,
Тала ике беләгем.
Ниңә тала, ниңә яна
Икән минем йөрәгем?

Ағиҙелкәйҙе кискәндә
Йырлайым ишкәк ишкәндә.
Өзөлә үзәк, яна йөрәк
Йәнем иҫкә төшкәндә.

Эх, тала, тала, тала,
Тала ике беләгем.
Ниңә тала, ниңә яна
Икән минем йөрәгем?

Ағиҙел һыуы тирбәлә
Уртаһында һал булһа.
Һыуға һалһаң, ҡалҡып сығар,
Беҙгә насип яр булһа.

Эх, тала, тала, тала,
Тала ике беләгем.
Ниңә тала, ниңә яна
Икән минем йөрәгем?

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Тала, тала #БаҫБашҡортса" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен