ГлавнаяИсполнителиИрек НугумановМин дә китәм инде
название:

Мин дә китәм инде


автор:

Ирек Нугуманов


рейтинг: ★★★★★ / 5.3 / 1251 просмотр
Мәңғелеккә инде был яҡтарҙан,

Пар аҡҡоштар киткән был күлдән.

Мин дә китәм инде, шул яҡтарға ҡарап,

Тик үкенмәм микән, үкенмәм.

Мин дә китәм, иркәм, шул яҡтарға,
Кәмәләрҙә яңғыҙ йөҙгәндә.
Армаҫ микән ҡулым, талмаҫ микән ҡулым,
Ишкәктәрҙе яңғыҙ ишкәндә.

Ул да минең кеүек һарғаймаһын,
Гүзәл ҡошом минең, аҡҡошом.
Унан башҡа бәхтем ярты ғына минең,
Нисек инде уны онотаһың.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Мин дә китәм инде" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен