ГлавнаяИсполнителиТагир асадуллин айгуль муллагильдинаБуран
название:

Буран


автор:

Тагир асадуллин айгуль муллагильдина


рейтинг: ★★★★★ / 4.7 / 712 просмотров
1)
һалҡындарҙа ҡалған,
Ҡарҙарҙа юғалған,
Һиңә табан
Юлдарҙы табам. 
Аҙаштыра алған
Бурандарға һаман
Ышана алмам.

Яурындарға яуған
Һалҡынға уралған
Бурандарҙың
Һүҙендә ялған.
Ҡыштың һәр тынында,
Ҡайҙарҙа булһам да
Әйтерһең һин минең янымда.

Припев:
Ҡайҙарҙа булһаң да
Яныңа барам, 
Буран да беҙҙе гел 
Айырып арыған.

Ҡайҙарҙа ҡалһам да
Мин һине табам,
Йөрәк тә һағынған. 

2)
Тынысланып ҡалған
Ябалаҡлап яуған
Ҡарҙар аша
Һыныңды табам.
Ҡарашыңды тапҡас
Уйҙарымда ҡалған
Һағыш юғала.

Ҡараштарҙы ялғап,
Уйҙарҙы томалап,
Уяндылар
Хистәрем - даръя. 
Аралар һағында,
Һалҡында ҡалғанда
Уйҙарымда булдың янымда.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Буран" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен