ГлавнаяИсполнителиКамалов ВенерБул һин янымда
название:

Бул һин янымда


автор:

Камалов Венер


рейтинг: ★★★★★ / 5.2 / 1226 просмотров
Һөйә ме мине һөймәй ме тип,
Юрама һин хистәремде.
Башҡалар түгел, мин үҙем дә,
Аңламайым бит йәнемде.
Беләм, ауыр булған саҡтарҙа,
Таяныр башҡа кешем юҡ.
Тик барыбер һинең яныңда,
Үҙемде бәйләр көсөм юҡ.

Ҡушымта:
Бул һин янымда, һалҡын ҡыштарҙа,
Яҙын ҡарҙар булып ирермен.
Сәскә атмаһам,йәмле йәйҙәрҙә, 
Көҙөн япраҡ булып яуырмын.

Көтмә мине үҙең көткәндә,
Талдырма ике күҙеңде.
Ваҡытласа ғына булһа ла,
Үҙемә ҡалдыр үҙемде.
Сабырлыҡ төбө һары алтын,
Беләһең минән яҡшыраҡ.
Күп миҙгелдәр аша һынауҙар,
Һөйөүөм булыр татлыраҡ.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Бул һин янымда" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен