ГлавнаяИсполнителиГ. Ишкуватова,Мактап юлы (Сл.Р. Магадеевой, муз. Г. Ишкуватовой)
название:

Мактап юлы (Сл.Р. Магадеевой, муз. Г. Ишкуватовой)


автор:

Г. Ишкуватова,


рейтинг: ★★★★★ / 5.1 / 1103 просмотра
Белем нурына ҡойонған 
Яҡты юл – мәктәп юлы.
Ҡыңғыраулы бала саҡтың
Иҫтәлектәре тулы.

Припев:
Йылдар аша тауыш бирә
Моңло, шаян ҡыңғырау.
Һағышлы бер шатлыҡ менән
Тыңлап торам тын ғына.

Мәктәп юлы - бик оло юл,
Киләсәк шунан үтә.
Аҡ таҫмалы хыялдарҙы
Ысынбарлыҡҡа илтә.

Мәктәп юлында табыла
Дуҫтарҙың ысындары.
Йәш йөрәккә ҡунып ҡуя 
Саф һөйөү осҡондары.

Мәктәп юлы бигерәк ҡыҫҡа -
Күҙ асып йомған ара.
Шул юлдарҙан бер үтергә
Тапсы, ҡыңғырау, сара.

Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте
А как ты думаешь, о чем песня "Мактап юлы (Сл.Р. Магадеевой, муз. Г. Ишкуватовой)" ?
2010-2020 © WebKind.Ru Тексты песен